Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2024, 15:49

Башҡортостанда студенттар ҙа әүҙем тауыш бирә

Заманса технологиялар уларға уҡыған ерендә һайларға мөмкинлек бирә.

Башҡортостанда студенттар ҙа әүҙем тауыш бирәБашҡортостанда студенттар ҙа әүҙем тауыш бирә
Башҡортостанда студенттар ҙа әүҙем тауыш бирә

Бөгөн Башҡортостанда һайлауға килеүселәр араһында студенттар күп. Был «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм «Мобиль һайлаусы» ҡушымтаһында ла күҙәтелә. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ проректоры Радик Юлбаев ошо хаҡта хәбәр итте. 

«Бөгөн күп студенттар ялға йортона ҡайта алмай, сөнки улар республиканың алыҫ райондарынан. Заманса технологиялар уларға Өфөлә һайларға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ һайлауҙың өс көн барыуын уңайлы тип билдәләр инем», — тине Радик Юлбаев.

Уның билдәләүенсә, айырыуса беренсе курс студенттары әүҙем тауыш бирә. Улар уҡытыусылары янына килә һәм һайлау барышы менән ҡыҙыҡһына, тип уртаҡлашты Юлбаев. 

Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры Эльвира Ямалова әйтеүенсә, студенттар сәйәсәтте яҡшы белеүе күҙәтелә, вузға ҡабул ителгәндәрҙең күбеһе йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса юғары балға эйә. Улар тәүге ике йылда иҡтисади һәм техник йүнәлештә программаны өйрәнә.
Башҡортостанда студенттар ҙа әүҙем тауыш бирә
Башҡортостанда студенттар ҙа әүҙем тауыш бирә
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас