Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығын һайлау барған көндәрҙә күҙәтеүсе-блогерҙар ҙа эшләй.
– Мин күҙәтеүсе булып дүртенсе тапҡыр эшләйем, эш тәжрибәм етерлек. Нисек эшләү буйынса беҙгә уҡытыу үткәрелде. Һайлау барышын күҙәтеп, социаль селтәрҙәрҙә яҙмалар ҡуйып барам. Әлеге ваҡытҡа 4 яҙма ҡуйырға өлгөрҙөм. 1532-се һайлау участкаһында бөтәһе 4 күҙәтеүсе-блогер эшләй.
Иртә менән күбеһенсә эшләп йөрөгәндәр тауыш бирергә килә. Беҙҙең участкалар тәүгеләрҙән булып Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев ғаиләһе тауыш бирҙе, – тип хәбәр итте Бүздәк районының 1532-се һайлау участкаһында эшләүсе күҙәтеүсе-блогер Залида Ильметова.