Проектҡа стартты ҡалала быйыл июль айында үткән Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһенең федераль этабын асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев бирҙе.
- 2024 йылдың майында республикала ике модулле ҡоролмаһы һатып алыуға килешеү төҙөлгән. «Демография» милли проектына ярашлы Дыуан районында һәм беҙҙең Сибай ҡалаһында төҙөләсәк яңы объекттар мәшғүллек хеҙмәте селтәрен яңыртыуға булышлыҡ итәсәк, - ти Сибай халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Нурзилә Сәғитова.