Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентябрь 2024, 08:00

Шағир, журналист — Ғәбиҙулла Зарипов

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Шағир, журналист — Ғәбиҙулла ЗариповШағир, журналист — Ғәбиҙулла Зарипов
Шағир, журналист — Ғәбиҙулла Зарипов

Бейек тауҙың тереһе —
Күгәреп тә ятҡаны.
Ҡара ерҙең тереһе —
Йәшәреп тә киткәне.
Ағын һыуҙың тереһе —
Сафланып та аҡҡаны.
Ир-егеттең тереһе —
Ат атланып сапҡаны.

Бейек тауҙың йәне бар,
Түбәһендә таш барҙа.
Ҡара ерҙең йәндәре —
Яуып үткән ямғырҙа.
Ағын һыуҙың йәндәре —
Теш ҡамашыр һалҡында.
Ир-егеттең йәндәре —
Йәндәй күргән халҡында.

1997. "Егет һүҙе" исемле китаптан.

Зарипов Ғәбиҙулла Ғиндулла улы, Ғәбиҙулла (6 ноябрь 1961 йыл — 26 ғинуар 2001 йыл) — шағир һәм журналист. 1987—1992 йылдарҙа «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәре, 1990 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ғәбиҙулла Ғиндулла улы Зарипов 1961 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас