Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентября 2024, 15:30

Аҡташта бүреләр тайҙы йыҡҡан

Ғафури районының Аҡташ ауылынан 100 метр алыҫлыҡта ғына бүре өйөрө тайҙы тамаҡлаған. 

Аҡташта бүреләр тайҙы йыҡҡанАҡташта бүреләр тайҙы йыҡҡан
Аҡташта бүреләр тайҙы йыҡҡан

Белореттағы хәлгә килгәндә, бүреләрҙе аулау миҙгелен башларға ҡарар ителгән, бөгөн республикала теләгән һәр һунарсы рөхсәт алырға мөмкин. "Белогорье" ойошмаһынан һунарсылар әлегә ике бүрене атып алған.

"Бүреләрҙең һанын көйләү буйынса ҡарар ҡабул ителде. "Белогорье" ойошмаһы белгестәре ике бүрене атып алды. Бүреләргә һунар миҙгеле асылды. Теләгән һәр һунарсы рөхсәт алырға мөмкин", - тип хәбәр итәләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас