Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентября 2024, 10:18

«Назар» ҡушаматлы яугир улын беренсе класҡа алып барған

Был хаҡта Миәкә районы  хакимиәте башлығы Ришат Айтуғанов хәбәр итә.

«Назар» ҡушаматлы  яугир улын беренсе класҡа алып барған«Назар» ҡушаматлы  яугир улын беренсе класҡа алып барған
«Назар» ҡушаматлы яугир улын беренсе класҡа алып барған

Яугир әлеге мәлдә өйҙә ҡыҫҡа ваҡытлы  ялда. Белем көнөндә уның яҡындары менән бергә булып, балаларға изге теләктәр әйтеүе  бик тә мөһим.

– Беҙ балаларҙың яҡты киләсәге өсөн көрәш алып барабыҙ, улар өсөн йәшәйбеҙ. Балалар – беҙҙең  бөтә нәмәбеҙ. Балалар, бер ҡасан да бирешмәгеҙ, киләсәккә ышаныс менән ҡарағыҙ, – ти яугир.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас