Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2024, 12:35

«Өфөнөң таҙа һәм бөхтә булыуы һоҡландырҙы»

«Геовызов» чемпионатындаРәсәйҙең 15 төбәгенән һәм ун илдән 210 геолог көс һынаша. 

«Өфөнөң таҙа һәм бөхтә булыуы һоҡландырҙы»«Өфөнөң таҙа һәм бөхтә булыуы һоҡландырҙы»
«Өфөнөң таҙа һәм бөхтә булыуы һоҡландырҙы»

 

Сит ил ҡатнашыусылары араһында: Ҡытай, Көньяҡ Африка, Мозамбик, Зимбабве, Эфиопия, Гвинея, Грузия, Гана, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан.

— Бындай халыҡ-ара сараларҙа тәүге тапҡыр ҡатнашам, бик шатмын! Үҙем өйрәнгәндәрҙе ярышта ҡулланырға һәм яңы ысулдар өйрәнергә әҙермен. Беҙҙең командала 8 кеше — ете егет һәм бер ҡыҙ. Беҙҙең өсөн сара бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы. Шундай халыҡ-ара сараның бер өлөшө булыуыбыҙ — бик тулҡынландырғыс. Гвинея данын яҡлау бик яуаплы, бәйгелә бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Өфө  — матур һәм уңайлы ҡала. Уның таҙа һәм бөхтә булыуы һоҡландыра, - тип уртаҡлашты Гвинея командаһы вәкиле Фофана Мхамед.  

Геологияның сиктәре юҡ. Ҡатнашыусылар географияһы артабан да киңәйәсәк кенә. Тап шундай фекерҙә Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров. 

  Бөгөн икеләтә байрам — Белем көнө һәм "ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһы. Әлеге сараны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән үткәрәбеҙ. Ҡыҫҡа ваҡытта "ГеоВызов" ҙур әһәмиәтле сараға әүерелде. Ҡатнашыусылар ҡәтғи һайлап алыу уҙҙы. Һеҙгә Башҡортостанда оҡшар тип ышанабыҙ. Барығыҙға ла уңыштар! - тине ул.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас