Быйыл донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәренә бөтәһе 2,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Шуларҙың 187 миллион һумдан ашыуын Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге аласаҡ.
Быйыл гранттарҙы 36 төбәктәге мәғариф һәм ғилми ойошмаларҙы, шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторындағы эре һәм урта предприятиеларҙы берләштергән 15 ғилми-белем биреү үҙәге аласаҡ. Тығыҙ кооперацияла улар илдең технологик үҫеше, яңы производстволар асыу һәм алдынғы ҡарарҙар индереү өсөн кәрәкле перспективалы тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр менән шөғөлләнә», — тип билдәләнә Хөкүмәт белдереүендә.
Бойороҡ менән гранттарҙың күләме лә раҫланды: ҡаҙаныштар кимәленә ҡарап 93 миллиондан 250 миллион һумға тиклем. Аҡсаны заманса ҡорамалдар һатып алыуға, лабораторияларҙы төҙөкләндереүгә, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтергә мөмкин.
Грант алыусылар исемлеген РФ Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко етәкләгән совет билдәләгән. Гранттар ошо үҙәктәрҙең 2023 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса бирелә.
Фото: Т. АМАНОВ.