Уның менән Башҡортостан биләмәһендәге белем биреү учреждениеларында I – XI (XII) та белем алған күп балалы ғаиләләр файҙалана ала.
-Льгота уҡыу осоронда Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы һәм Яңауыл ҡалалары маршруттарында 1 сентябрҙән 31 майға тиклем ғәмәлдә буласаҡ , - ти Башҡортостан Республикаһының Транспорт Һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Уны юллау өсөн ҡала йәки район хакимиәтенә түбәндәге документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк:
1) Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы документтарҙың күсермәләре;
2) күп балалы ғаиләлә (14 йәшкә тиклемге балалар өсөн) бала тыуыуын теркәү тураһында таныҡлыҡтың күсермәләре;
3) 14 йәштән өлкән баланың шәхесен раҫлаусы документтың (Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты йәки паспортты рәсмиләштереү осорона бирелгән Рәсәй Федерацияһы гражданының ваҡытлыса шәхес танытмаһы)күсермәһе;
4) республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалы биргән күп балалы ғаилә таныҡлығының күсермәһе;
5) ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының шәхси (персонализацияланған) иҫәп системаһында теркәлеүен раҫлаусы мәғлүмәттәр.