Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентября 2024, 14:00

Ҡаланың юбилейына шәп бүләк!

Өфөнән Лилиә Фәттәхова 13-сө тапҡыр әсәй булған.

Ҡаланың юбилейына шәп бүләк!Ҡаланың юбилейына шәп бүләк!
Ҡаланың юбилейына шәп бүләк!

Өфөнөң Октябрь районында — ҡыуаныслы ваҡиға. Сипайлово биҫтәһенән Лилиә Фәттәхова 13-сө тапҡыр әсәй булыу бәхетенә ирешкән.

«Баш ҡаланың 450 йыллығына йәнә бер сабый донъяға килде. Был шатлыҡлы хәбәр генә түгел, ә Ғаилә йылында өмөт һәм мөхәббәт символы. Әсәне һәм уның ғаиләһен ихлас ҡотлайбыҙ. Өфөнөң юбилейына ошондай шәп бүләк өсөн рәхмәт белдерәбеҙ», — тип яҙа Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Кисә ҡала советы депутаты Ирина Сухарева һәм башҡа рәсми кешеләр Лилиә Фәттәхованы ишле ғаиләһе менән бергә 3-сө бала табыу йортонан ҡаршы алырға килде.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас