- Бер аҙна эсендә 49 хаталы алтаҡтаның фотоһүрәттәрен миңә ебәрҙеләр, уларҙың 11 төҙәтелде! Ҡайһы берәүҙәр (3) адрестарын күрһәтмәгән. Оҙаҡламай ҡалғандарын төҙәтербеҙ.
Башҡортостаныбыҙҙың һәр муниципаль районында һәм ҡалаларында 1999 йылдан алып «Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу Буйынса Комиссиялар эшләй. Ошо арала был Комиссия эше менән дә таныштырырмын.