Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Август 2024, 07:30

Сибай артистары МХО-ла ҡатнашҡан хеҙмәттәштәренә дрондар ебәрҙе

Был хаҡта Сибай хакимиәтенең телеграм-каналында хәбәр ителә.

Сибай артистары МХО-ла ҡатнашҡан хеҙмәттәштәренә дрондар ебәрҙеСибай артистары МХО-ла ҡатнашҡан хеҙмәттәштәренә дрондар ебәрҙе
Сибай артистары МХО-ла ҡатнашҡан хеҙмәттәштәренә дрондар ебәрҙе

Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы квадрокоптер һәм дрондарға ҡаршы көрәшеү ҡорамалы һатып алған. Был хаҡта Сибай хакимиәтенең телеграм-каналында хәбәр ителә. Ҡорамалдар махсус хәрби операция зонаһында контракт буйынса хеҙмәт иткән артистарға оҙатыла. Берекмә директоры Юнир Кәлимуллин дрондың хәрби заданиеларҙы үтәү өсөн генә түгел, һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дә кәрәклеген белдерҙе.  

“Киләсәктә егеттәргә ярҙам итә алырбыҙ тип ышанам. Посылканы алғы һыҙыҡҡа отпускта булған хәрби илтеп тапшырасаҡ”, – тип билдәләне Юнир Кәлимуллин.

“Дрондар дошманды эҙләү һәм юҡ итеү өсөн ҡулланыла. Был хәүефһеҙлек өсөн дә ҡулланылған универсаль ҡоролма: бөтә хәрәкәттәргә лә иғтибар итә һәм үҙебеҙгә ситтән ҡарарға, йәғни дошманға ни тиклем күренмәүебеҙҙе баһаларға мөмкинлек бирә”, – ти МХО-ла ҡатнашыусы һалдат.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас