6 йәшлек Артем һөйкөмлө, әүҙем малай. Бик үҙ аллы, барыһын да үҙе эшләргә тырыша. Хәрәкәтсән, сюжетлы-ролле уйындар уйнарға, пазлдар, конструкторҙар йыйырға ярата.
10 йәшлек ағаһы Тимур ҙа ярҙамсыл, үҙ аллы малай. Артемға һәр ваҡыт ярҙам итә. Музыка тыңларға, компьютер уйындары уйнарға һәм тиҫтерҙәре менән аралашырға ярата.
Бер туғандар үҙ-ара бик дуҫ. Улар тиҙерәк ата-әсәйҙәре булыуын теләй. Малайҙарҙы ата-әсәйле иткегеҙ килһә, түбәндәге телефон буйынса 8 (347) 218 03 62 мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.