89603991111
"Юлдаш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә баш инженер булып эшләйем, ял көндәрендә байрамдарҙы, юбилейҙарҙы, кисәләрҙе алып барам.
Был эште 2012-2013 йылдарҙа Гөлсиә менән бергә башлағайныҡ. Хәҙерге ваҡытта Дилара апайым менән эшләйем йәки үҙем генә алып барам.
Һуңғы йылдарҙа республиканың төрлө райондарында һәм сит өлкәләрҙә лә эшләйбеҙ. Ауырлыҡтарһыҙ булмай, төрлө сараларҙа һәм төрлө райондарҙа үҙенсәлекле кеше, бөтәһенә лә ярарға тырышаһың. Беҙҙең әлеге ваҡытта программа тигән нәмә юҡ. Яңы йүнәлеш: персонализация һәм импровизация. Кешеләр уйнаһын, көлһөн, рәхәтләнеп ял итһен, күңел асһын өсөн бар күңелде һалабыҙ.
Яңыраҡ үҙем өсөн яңы йүнәлеш астым: концерттар һәм фестивалдәр үткәрә башланым.