- Штаб донъяны сағыуыраҡ һәм изгелегерәк итергә әҙер булған һәр кемде берләштерергә тейеш. Яугирҙарға ярҙам итеп, беҙ үҙебеҙгә лә кешелеклерәк булырға ярҙам итәбеҙ. Еңеү бары тик шулай ғына киләсәк. Үҙ өлөшөн индерергә һәм яугирҙәребеҙгә, уларҙың туғандарына ярҙам итергә әҙер булған һәр кемде саҡырабыҙ. Штаб Баймаҡ ҡалаһы, Әлибаев урамы, 53 адресы буйынса урынлашҡан, - тип яҙа Фәнис Ғәбдрәшит улы.