Журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, билдәле яҙыусы, прозаик, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры Мансур Һиҙиәтов көтмәгәндә арабыҙҙан китеп барҙы, тип хәбәр итә «Ағиҙел» журналы.
Һиҙиәтов Мансур Яҡшыбай улы 1949 йылдың 24 ноябрендә тәбиғәттең ожмахҡа тиң йәмле төйәгендә, Белорет районының Һуйыр-Айыс ауылында тыуа. Ғүмеренең иң ҙур хеҙмәт өлөшөн ул Белорет металлургия комбинаты менән бәйләй, 1971—2005 йылдарҙа комбинатта волочильщик, өлкән мастер, смена начальнигы булып эшләй. Ә инде ғүмеренең ижади өлөшө башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте менән тығыҙ бәйле. Уның төрлө йылдарҙа "Ҡыу ҡарағас", "Йондоҙ ҡашҡа кешнәүе", "Ҡанаттар нығынғында" исемле проза китаптары баҫылып сыҡты, әҙәбиәттәге уңыштары өсөн Мансур ағай Һәҙиә Дәүләтшина, Яныбай Хамматов исемендәге премияларға лайыҡ булды. Белорет ҡалаһының башҡорт халыҡ театрында шөғөлләнеп онотолмаҫлыҡ ролдәр тыуҙыра Мансур Яҡшыбай улы, концерттарҙа гармунда уйнап башҡарған йырҙары менән тамашасыларҙы әсир итә.
Оҙаҡ йылдар буйы Мансур Һиҙиәтов Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" әҙәби ойошмаһын етәкләй. Тап шул осорҙа байтаҡ ҡына ойошма ағзалары әҙәби ижадта танылыу яулай, тәүге китаптарын баҫтыра, Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар союздарына ҡабул ителә.
Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.