Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август 2024, 11:00

“Кешегә шатлыҡ өләшәм”

Күгәрсен районынан Риф Бикбаевты тамада булараҡ ҡына түгел, ә йырсы, композитор, музыкант, күп конкурс лауреаты, яңғыҙҙарҙы ҡауыштырыусы димсе (уның “Аҡ ауаз” клубы бар, уңышлы эшләй) булараҡ та беләләр.

“Кешегә шатлыҡ өләшәм”“Кешегә шатлыҡ өләшәм”
“Кешегә шатлыҡ өләшәм”


“Кешеләргә шатлыҡ өләшеү – минең тормош асылым икәнен белә инем”, – ти ул. Һәр ваҡыт йылмайып тора, теле бай, ихлас, ти Риф Бикбаев ойошторған байрамдарҙа, сараларҙа ҡатнашыусылар.
Ул 15 йыл самаһы байрам, туй, юбилейҙар, корпоративтар тыуған көндәрҙе алып бара, әйткәндәй, ҡатыны менән бергә эшләйҙәр. Башҡортостандың төрлө төбәгенә сығалар. Айырыуса уларҙы Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларына, шул яҡтарҙағы ауылдарға саҡыралар. “Русса ла, башҡортса ла, татарса ла йырлайым, һөйләйем, байрамдарҙа төрлө милләт кешеләре күп була”, – ти тамада.

Риф Бикбаев республикабыҙҙа туризмды үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерә, ул инде дүрт-биш йыл халыҡҡа ҡыҙыҡлы сәйәхәт, файҙалы ял ойоштороу менән дә шөғөлләнә.
Дәртле, әүҙем ағай беҙҙең “Башҡортостандың иң яҡшы тамадаһы” конкурсында ҡатнаша. Уға уңыштар теләйбеҙ!

Фото: vk.com

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас