Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август 2024, 17:30

«Беҙҙең һөнәр кешеләргә ҡыуаныс бүләк итә»

Ейәнсура районынан Айгөл Татарникова менән  Фәнүр Тоҡомбәтов туй-юбилейҙар, төрлө сараларҙы башҡортса, татарса, русса алып бара. Улар бергәләп республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарында, Ырымбур өлкәһендә, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ,Ишембай, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында эшләй.  

«Беҙҙең һөнәр кешеләргә ҡыуаныс бүләк итә»«Беҙҙең һөнәр кешеләргә ҡыуаныс бүләк итә»
«Беҙҙең һөнәр кешеләргә ҡыуаныс бүләк итә»

Айгөл ТАТАРНИКОВА:

– Алып барыусы булып мәҙәниәткә эшкә килгәндән 1995 йылдан алып эшләйем. Иң беренсе балалар баҡсаһында  эшләгән сағымда мөдиребеҙ  ҡыҙының туйын үткәрергә сценарий яҙып биргән ине. Алып барыу эшемде  шул ваҡыттан  башлап ебәрҙем.

Ейәнсура районында алып барыусы булып эшләй башлаған беренсе кеше мин булғанмындыр, тип уйлайым. Ошонан  алып алып барыусы эшен ташлағаным юҡ. Тәжрибәм ҙур. Туй, юбилейҙар ғына түгел, төрлө саралар ҙа үткәрәм. Төрлө кимәлдәге тантаналар үткәргәнем булды. Бер ваҡыт үҙемдең ирем менән эшләнем, хәҙер Фәнүр Тоҡомбәтов менән эшләйбеҙ.

Туй, юбилей, ниндәйҙер сараларҙы русса, башҡортса, татарса  алып  барам. Күбеһенсә ҡатнаш русса-башҡортса, русса-татарса була. Ҡайҙа саҡырһалар, шунда барабыҙ. Ауырлыҡтар бик юҡ тиһәң дә була, сөнки ул минең яратҡан эшем, миңә оҡшай. Кешеләргә шатлыҡ өләшеү, ҡәнәғәтлек бүләк итеү, байрам ойоштороу  бик изге эш тип иҫәпләйем. Тик беҙҙең һөнәрҙә генә кешеләргә ҙур байрам һәм ҡыуаныс килтерергә була.

Әгәр ҙә тамада, алып барыусы булып ҡына йөрөһәм, йәшәрлек аҡса эшләп булыр ине. Унда бөтә көсөңдө шуға һалаһың бит инде. Әммә беҙ мәҙәниәт өлкәһендә, Хөкүмәткә эшләйбеҙ, шуға беҙгә ваҡытыбыҙҙы бүлергә тура килә. Әле лә бына туй үткәрергә йыйынып йөрөйбөҙ.

Йырсы, тауыш операторы, баянсы Фәнүр ТОҠОМБӘТОВ:

– Кемдер үҙен афишаларға яратмай йәки ярамай бит инде. Районда иң оҙаҡ эшләгәне беҙ инде. Гимназияла эшләгәс, элек йәшерергә маташтыҡ. Хәҙер замана башҡа бит.

Башҡортса, татарса, русса тамада эҙләүселәр Айгөл Татарниковаға 8 937 317 19 47, Фәнүр Тоҡомбәтовҡа  8 927 336 05 05 мөрәжәғәт итә ала.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас