Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Алып барыу эше менән ҡасан шөғөлләнә башланығыҙ?
– 2012 йылдан алып шөғөлләнәм. 12 йыл булып, 13 йылға китте. Тәүҙә 3-4 йыл тирәһе йырсы, диджей булып йөрөнөм. Унан һуң үҙем үткәрә башланым.
– Республикабыҙҙың ҡайһы райондарында эшләйһегеҙ?
– Көньяҡ-көнсығыш райондарының бөтәһендә лә йөрөп сыҡтым. Баймаҡ районынан тыш, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Мәләүез, Учалы яҡтарына ла йөрөйбөҙ. Өфөгә лә саҡырғандары бар. Баш ҡала алыҫ булғас, артыҡ сыға алмайбыҙ.
– Тамада булып эшләгәндә ниндәй ауырлыҡтар килеп сыға?
– Үҙеңә оҡшаған эш булғас, ауырлыҡтарға күҙ йомаһың. Төп ауырлыҡ – юлдың алыҫлығы. Ҡайҙалыр икенсе берәй районға саҡырһалар, 3-4 сәғәт барырға тура килә. Төндә ҡайтыу яғын ҡарайһың. Әгәр ҙә туй йәки юбилей Бөрйәндә булһа, икенсе көнөнә Ейәнсураға барырға кәрәк булһа, берәй ҡайҙа йоҡлап ҡалып булмай, төндә ҡайтырға сығабыҙ.
Туй, юбилейҙарҙы үткәреүгә килгәндә, бер ауырлығын күрмәйем. Сөнки үҙем йырлайым, үҙем алып барам, үҙем уйындар, дискотекаһын да үткәрәм.
Һәр район хаҡлы үҙенсә. Мәҫәлән, баймаҡтар ейәнсураларҙан айырыла. Баймаҡтар менән бөрйәндәр араһында ла айырмалыҡтар бар. Шуға туйҙар алып барғанда кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Туй, юбилейҙарҙы алып барғанда иң мөһиме – кешенең һине аңлауы. Мәҫәлән, Баймаҡта бер хәбәр һөйләйһең, һине аңлайҙар. Ә икенсе районда шул уҡ хәбәрҙе һөйләйһең, уларға барып етмәгән кеүек, шаяртыуҙы аңламаған кеүек тойола.
– Тамада булып йәшәрлек аҡса эшләп буламы?
– Беҙҙең ғаиләне ашатҡан да, эсергән дә эш ул. Ғаиләбеҙ бизнесы тип әйтергә лә була. Кәләшем Миңлиә туйҙы тулыһынса биҙәй. Йәштәрҙең ултырған урыны, аркалар, тышҡы яҡ биҙәлә, фотоға төшөү өсөн зоналар ҡуйыла, никахты күсмә теркәү урыны ла сәскәләр менән матурлана.
Элекке ашхананы ҡуртымға алып, исемен үҙгәрттек тә, шунда «Ҡурай» тигән кафе астыҡ. Йыл ярым тирәһе эшләйбеҙ. Шул кафела туйҙарҙы, юбилейҙарҙы үткәрәбеҙ. Беҙҙең менән һөйләшеп, алдан заказ биреп ҡуялар. Шунда уҡ биҙәлеше, тамадаһы ла була. Ҡайҙандыр икенсе яҡтан тамада, биҙәүсе кеше эҙләргә лә кәрәкмәй. Бер ерҙә генә һөйләшәләр ҙә, эш тә бөтә. Юбилей-туйҙарҙы биҙәү, ҡунаҡтарҙы һыйлау, байрамды алып барыу барыһы ла ингән. Шул яғы менән бик тә уңайлы. Шуға күптәр беҙгә заказ бирә. Туй-юбилейҙарҙы үткәрергә теләүселәр Илдар Абдуллинға 8 965 931 51 41, Миңлиә Абдуллинаға 89677509199 телефондары буйынса мөрәжәғәт итә ала.