Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2022 йылда тәүге тапҡыр ғилми стажировкаға, йәш ғалимдарҙың һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һум аҡса бүленгәйне. Ошо йылда республикабыҙ йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында өсөнсө урынды яуланы.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта йәштәрҙең ғилми башланғысын дәртләндереүгә 450 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Аспиранттар йыл һайын – 500 мең һумға, фән кандидат[1]тары ике йыллыҡ проектты тормошҡа ашырыуға 1 миллион һумға дәғүә итә ала. Танылған эксперттар етәк - селегендә өс йыллыҡ ғилми проектты тормошҡа ашырыу өсөн 25 миллион һумлыҡ грант бирелә. Шулай уҡ йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, уларҙың ипотекаһын һәм тәүге иғәнәһен ҡаплау, субсидиялар бүлеү буйынса ла ярҙам саралары ҡаралған.
Ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәр араһында 1 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификатын алыусы бәхетлеләр араһында физика-математика фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында программалау һәм иҫәпләү математикаһы кафедраһы доценты Альбина Нафиҡова ла бар.
– Ирем менән шәхси йорт һатып алғайныҡ, грант аҡсаһы ипотека буйынса түләүҙе кәметтек. Төрлө грант программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге биргән һәм грант ярҙамы өсөн университет етәкселегенә ҙур рәхмәтлемен, – ти Альбина Ринат ҡыҙы.
Альбина Нафиҡова сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Мәктәп йыл[1]дарынан уҡ тырышлығы, уҡыуҙан тыш сараларҙа әүҙемлеге менән айы[1]рылып тора. 5-се гимназияны алтын миҙалға тамамлағас, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға инә. Студент йылдарында ла алдынғы -лыҡты бирмәй, фән менән ҡыҙыҡһына башлап, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ә кандидатлыҡ диссертацияһы геологик мөхиттә радонды күсереү процестарын математик моделләштереү тигән темаға арнала. Альбина Нафиҡова университет данын күтәреп, төрлө ғилми-тикшеренеү конкурсында, проектында әүҙем ҡатнаша. 2018 – 2019 йылдарҙа йәш ғалимдар араһында фундамен[1]таль ғилми тикшеренеүҙәр проекттары конкурсында тәүге грантын яулай.
– Республикабыҙҙа фәнде үҫтереү һәм йәш ғалимдарға ярҙам итеү йәһәтенән бик һәйбәт шарттар булдырылған. Был киләсәктә алға ынтылырға, үҫешергә ҡанат ҡуя. Әлеге ваҡытта үҙем мәғарифта виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ технологияларын ҡулланыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәм. Киләсәктә ғилми тикшеренеүҙәрҙе дауам итергә һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡларға теләйем, – ти ул.