Ҡәберҙәр яныында.
Ҡәбер ташы, берәү икәү, өсәү. . . .
Уйға баттым.....
Ҡарап торам , бына һөйәлеп
Баштарымда нисә төрлө уйҙар
Йөөгәндәр икән, төйәлеп.
Күҙ алдына килә бер-бер артлы
Һағыш менән тулған ул көндәр
Оҙаҡ сериаллы кино кеүек
Йоҡлай алмай ятҡан ул төндәр.
Бына килдем һеҙҙең эргәгеҙгә
Тағын килдем һеҙҙе күрергә
Ҡыштар етте, ҡарҙар яуып үтте
Барҙа әйбәт әле, тиәргә .
Мин һөйләрмен инде, һеҙ тыңлағыҙ
Атай-әнәй , ғәзиз туғандар
Төштәремә берҙә кермәйһегеҙ
Ризаһығыҙ бәхил булғандар...
...........................................
Замира Бикбулатова.
Юлай Кәримов фотоһы.