Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Август 2024, 08:00

Кесерткән

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

КесерткәнКесерткән
Кесерткән

КЕСЕРТКӘН


Уңға барһаң да —
Кесерткән,
Һулға барһаң да —
Кесерткән.
Оҙаҡ йөрөгәс шырлығында,
Еҫе башымды иҫерткән.
Алға барһаң да —
Кесерткән.
Артҡа шылһаң да —
Кесерткән.
Заман ауыр,
Өҙөлә бауыр,
Сығып булмаймы көрсөктән?
Ҡырға инһәң дә —
Кесерткән,
Тауға менһәң дә —
Кесерткән...
Ауыр йылдар,
Күҙен йоммай,
Әсе һағышын эсерткән.
Болондарҙа ла — кесерткән,
Йырындарҙа ла — кесерткән,
Һағыш күләгәһе төшә,
Шатлыҡтар ғына кисеккән.
Елдәр иҫә,
Елдәр иҫә
Бала саҡтың тарафынан.
Малай-шалай килеп сыға
Кесерткәндәр араһынан.
Кесерткәндәр биләмендә
Кемдәр йорой,
Йүристәрме?..
Ҡулдарын, тим, күтәргәндәр,
Әллә былар «ниместәр»ме?
Кесерткәндән сағылғандар,
Ниҙәр күрмәй бахырҙарың.
Беләктәрен ыуалайҙар,
Ыуалайҙар балтырҙарын.
Шырлыҡтарҙан килеп сығып,
Бәләләрҙән ҡотолғандар.
Былар, серек йомортҡалай,
Һытылғандар,
Һытылғандар.
Елдәр иҫә,
Елдәр иҫә
Үткәндәрҙең тарафынан.
Бала сағым килеп сыға
Кесерткәндәр араһынан.
Тимер Йосопов.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас