Әбйәлил районынан «Асҡар» позывнойлы яугир алғы һыҙыҡта һалдаттар өсөн иң ҡурҡынысы нимә булыуы хаҡында һөйләне. Хәрби әйтеүенсә, был – тынлыҡ. Тирә-яҡта тауыш ишетелмәһә, дошман һөжүмгә әҙерләнә йәки Рәсәй хәрбиҙәренең позицияларын уратып аласаҡ, тигәнде аңлата.
Әбйәлил егете 2022 йылдың майында контракт буйынса МХО-ға хеҙмәт итергә юллана. Ул «Әхмәт» махсус тәғәйенләнештәге батальонға ҡабул ителә. Күпмелер ваҡыттан һуң яугир Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына күсә, унда взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
«Хәрби әҙерлектән һуң дүрт көн үткәс, беҙҙе Луганск республикаһына Северодонецк ҡалаһын штурмлауға күсерҙеләр. Тәүге көн - тәүге юғалтыуҙар. Ауыр ҙа, ҡатмарлы ла булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Көслө булырға кәрәк, психологик яҡтан да, физик яҡтан да. Ни тиһәң дә, йәнәш хеҙмәт иткән яуҙаштарыңды юғалтырға тура килә. Ә был бик ауыр», – ти «Асҡар».
Боец алғы һыҙыҡта тынлыҡ ҡурҡыу түгел, ә ҡурҡыу тыуҙыра, тип билдәләне. Тимәк, дошман һөжүменә әҙер булырға кәрәк.
«Кәрәк булғанса хеҙмәт итәсәкмен. Артҡа юл юҡ, алға ғына. Мин – Тыуған илемдең патриоты, атай-әсәйем бала саҡтан тыуған илемә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды башҡорт яугиры.