– Төбәк Дәүләт хеҙмәттәре порталына квартал һайын 20 меңдән ашыу уникаль ҡулланыусы инә. Уларҙың күбеһен Башҡортостанда йәшәүсе 25-44 йәштәгеләр тәшкил итә. Быйыл биш йөҙҙән ашыу күп балалы ата-әсә мәктәп формаһы алыу өсөн аҡсалата компенсация алыуға республика порталы аша ғариза бирҙе, - ти Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: республика халҡы һанлы хеҙмәттәргә бик мохтаж һәм уларҙы индереү күп кенә социаль-иҡтисади процестарҙы ябайлаштыра.
Әйткәндәй, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталын үҫтереү «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһының төп бурыстарының береһе булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин илде үҫтереүҙең милли маҡсаттарының береһе булараҡ һанлы трансформацияны билдәләне.
Фото: Т. АМАНОВ.