Бөгөн бында Мәләүез, Күгәрсен, Федоровка, Ейәнсура, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Көйөргәҙе райондарынан, Өфө ҡалаһынан, кадет корпусында Ырымбур, Кемеров өлкәләренән, Мәскәү, Магнитогорск ҡалаларынан 700-ҙән ашыу студент белем ала.
Уҡыу йортонда бөгөнгө заманда талап ителгән эшсе һөнәрҙәре – «Ашнаҡсы-кондитер», «Ауыл хужалығы производствоһы мастеры», «Тегеү әйберҙәре әҙерләү мастеры», «Лаборант-эколог», «Технология насостары һәм компрессорҙары машинисы», «Контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь», «Иретеп йәбештереүсе», «Электр ҡоролмалдарын йүнәтеү һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер», «Инфокоммуникация системаһын көйләүсе», «Торлаҡ-коммуналь хужалығының инженер системалары мастеры» буйынса белгестәр әҙерләнә. Ҡайһы берҙәре яңыраҡ ҡына асылһа ла, уҡырға инергә теләүселәр етерлек. «Торлаҡ-коммуналь хужалығының инженер системалары мастеры» һөнәре айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Тормош-көнкүреш өсөн бик шәп һөнәр! Был йүнәлеш буйынса уҡығандар йортҡа йылылыҡ системаһы, һыу һәм башҡа инженер коммуникациялары үткәрергә, йылы иҙән йәйергә лә өйрәнә. Уҡып сығып, үҙеңдең эшеңде асып ебәрергә лә була. Колледжда уҡыған ашнаҡсы-кондитерҙары, иретеп йәбештереүселәргә хеҙмәт баҙарында иғтыяж ҙур.
— Яңы уҡыу йылынан «Химия сәнәғәте һәм машина төҙөлөшө» буйынса «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашабыҙ. Райондан, республиканан 40- ҡа яҡын предприятие менән килешеү төҙөнөк. Был проектта ҡатнашыу студентҡа уҡып бөткәс тә эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирә, – ти производствоға өйрәтеүҙең өлкән мастеры Ирина Прокудина.
Уҡырға ҡабул итеү шарттарына килгәндә, башҡа урта һөнәри белем биреү учреждениелары кеүек, IX кластан һуң ҡыҙҙар һәм егеттәр аттестаттар конкурсы нигеҙендә ҡабул ителә, уртаса балы юғары булғандарға өҫтөнлөк бирелә. Әлфирә Ишбулды ҡыҙы уҡыусылар араһында һөнәр һайлау буйынса эш әүҙем алып барылыуын да белдерҙе.
Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса студенттарға уҡыу өсөн йылдан-йыл уңайлы шарттар ҙа булдырыла: колледждың уҡыу бүлмәләре, төрлө һөнәр буйынса оҫтаханалар, лабораториялар яңыртылып тора. Ситтән килеүселәргә ятаҡтан урын бирелә. Студент һөнәр алыу менән бергә төрлө яҡлап үҫешһен өсөн төрлө түңәрәк, еңел атлетика, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, шашка, шахмат, ҡул көрәше, гер күтәреү секциялары ла эшләп килә.
Физкультура уҡытыусыһы Ольга Абдрафиҡова әйтеүенсә, йыл һайын спорттың 10 төрө буйынса спартакиада, Руслан Булатов исемендә көҙгө кросс үткәрелә. ГТО нормаларын тапшырыу буйынса ла эш уңышлы алып барыла. Былтыр 150 кеше ГТО нормаларын тапшырып, билдә алһа, быйыл беренсе этапта 170 кеше ҡатнашҡан.
Студенттарҙы үҙ эшен яҡшы белгән, тәжрибәле, төрлө юғары исемгә лайыҡ булған 31 уҡытыусы, мастер уҡыта, шуларҙың 27- һе — юғары категориялы. Ҡыҙҙар һәм егеттәр ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, башҡорт теле, физика, тарих фәндәре буйынса олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Ике уҡыусы Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендияһын ала.
Тракторсы-машинистар әҙерләнә
Колледж уҡытыусыһы Йәмил Күҫәковты студенттар менән эш ваҡытында тап иттек. Улар уҡыу бүлмәһенә иҙән йәйеп йөрөй ине. Егеттәрҙең кәйефе шәп күренә.
– Курсташтарым менән уртаҡ тел таптым. Колледжда уҡыу шарттары бик һәйбәт, һәр ваҡыт яңыртылып тора, үҙебеҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Уҡытыусылар коллективы үҙ эшен яҡшы белә, – ти Мәләүез районының Тамъян ауылынан уҡырға килеүсе Азамат Мәхмүтов.
Тракторсы-машинист һөнәре буйынса белем алған Күгәрсен егете Радик Булатовҡа ла бында уҡыу бик оҡшай, төркөмдәштәре менән бик дуҫ, татыуҙар.
Йәмил Йәғәфәр улы етәкләгән III курстағы төркөмдә 24 студент белем ала. Улар бер саранан да ситтә ҡалмай, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә төркөмдәре менән ҡала мәҙәниәт һарайына концертҡа барған.
– Мәләүез индустриаль колледжында 2019 йылдан алып эшләйем. Бында ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, ауыл хужалығы производствоһы мастеры ла әҙерләйбеҙ. Студенттар теоретик, практик әҙерлек үтә. Тракторсы-машинистҡа уҡығандар бөтә категорияға уҡып сыға. Икенсе курста – В, С, Е, Ғ-ҡа, өсөнсө курста Д -ға, йөк һәм еңел автомобилгә «права» алалар.
Теория буйынса компьютерҙа әҙерләнәбеҙ. Икенсе курста тракторсыға бөтә танытмалары ла була. Шуның менән студенттар яҙлы-көҙлө предприятие, фермер хужалығында производство практикаһы үтә. Уҡыу барышында ла практика бар, улар полигонда, трактор лабораторияһында була. Полигонда имтихан бирерлек бөтә техника – тракторҙар, комбайндар, йөк һәм еңел автомобилдәре бар. Кискеһен өлкәндәрҙе В категорияһы буйынса уҡытабыҙ.
Беҙҙә егеттәр экскаватор, погрузчик, автогрейдер йөрөтөү буйынса өҫтәмә һөнәрҙәр ҙә ала. Күптәре Себер яғында эшләп йөрөй, – ти Йәмил Йәғәфәр улы.
Яңы уҡыу йылынан колледжда «Юғарыға ос» мәғариф проектының «Рулгә ултыр» модуле тормошҡа ашырыла башлаған. Уҡыу йылы башында алты мәктәптең ата-әсәйҙәрен йыйып, осрашыу үткәрелгән. Уҡыу теоретик һәм практик дәрестән тора, 2,5 ай буйына дауам итә. Практик дәрестә уҡыусылар машинала йөрөп ҡарай, полигонда 20 сәғәт күнекмә үткәс, ҡалаға ла сығып йөрөй. Уҡып бөткәс, 17 йәше тулғандар ЮХХДИ-ға имтихан тапшыра. Ә йәше тулмағандар һынауҙы һуңыраҡ бирә.
Ашнаҡсылар чемпионатта ҡатнашырға йыйына
Беҙ килгәндә икмәк бешереү оҫтахаһында ла эш гөрләй, ҡатын-ҡыҙҙар оҙаҡламай үтәсәк чемпионатҡа әҙерләнеп, оҫталығын арттыра ине. I курста ашнаҡсы-кондитерға уҡыусы Айгелина Вәлитова «Абилимпикс» милли чемпионатында тәүге тапҡыр үҙен һынап ҡараясаҡ. Ә Галина Сидорова унда тәүгә генә ҡатнашмай. Ул туй ҡаласын биҙәргә өйрәнә ине. Икенсе курста уҡыған Лиана Ғәлләмова ҡамыр менән фигуралар эшләүҙе үҙләштерә.
– Был өр-яңы электрон икмәк бешереү ҡорамалдары Өфөлә үткән чемпионаттан беҙгә ҡалғайны. Ундайҙар предприятиеларҙа ла юҡ. Бик күптәрҙең күҙе ҡыҙа. Хатта эш биреүселәр ҙә аптырап китә. Яңы ҡорамалда үҙебеҙ ҙә эшләргә өйрәнәбеҙ, уҡыусыларҙы ла өйрәтәбеҙ.
Беҙҙең был майҙансыҡта төрлө сара ойошторола. «Киләсәк билеты» федераль проекты буйынса һөнәр һайлауға йүнәлеш бирәбеҙ. «Ашнаҡсылар көнө» ошонда үтә. «Йәш кондитер» проектын да дауам итәбеҙ. Балалар бында килергә бик ярата, бушлай курс үтеү өсөн алдан уҡ яҙылып ҡуя.
Мәшғүллек үҙәге менән дә берлектә эшләйбеҙ. 50-нән үткәндәр, декрет ялында булған әсәйҙәр яңы һөнәр үҙләштереп, эшкә урынлаша, – ти Ирина Васильевна.
– Ашнаҡсы булыу ғаиләбеҙҙән килгән йола. Бында апайым да уҡып сыҡты. Әле мин дә уҡып йөрөйөм. Төрлө һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашам. Беҙҙең студенттар ваҡытын бушҡа үткәрмәй: спорт секцияларында, бейеү, вокал түңәрәктәрендә шөғөллләнә, ирекмәнлек эше менән дә булыша. Мәҫәлән, ашнаҡсы-кондитерға уҡыусылар яугирҙарға оҙаҡ һаҡлана торған печеньелар бешереп тә ебәрҙе, – ти буласаҡ ашнаҡсы Гөлсәсәк Булгакова.
Бында кадеттар ҙа уҡый
Мәләүез индустриаль колледжында эшләп килгән кадет корпусы Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә киң билдәле. Уҡырға инеүселәр, дөйөм белем биреү фәндәренән тыш, һөнәрҙәренә ҡағылышлы фәндәрҙе лә өйрәнә.
– Беҙҙең кадет корпусы 2022 йылда 25 йыллығын билдәләгәйне. Барлығы 1600 егет һәм ҡыҙ уҡып сыҡты. Шуларҙың яртыһы юғары хәрби уҡыу йорттарын тамамланы, 300-ө – Рәсәй армияһында офицер. Әле колледжда алты кадет төркөмө уҡый, – ти тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты Александр Дорин.
Әйткәндәй, колледжда патриотик тәрбиә биреүгә лә иғтибар ҙур. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Зилә Мөхәмәтшина әйтеүенсә, был йүнәлештә бик күп эш башҡарыла. 2007 йылда Афғанстанда һәләк булған сығарылыш уҡыусылары Виктор Улядаров менән Сергей Быковҡа һәйкәл ҡуйылған. 30 сығарылыш уҡыусыһы махсус хәрби операцияла йөрөй, 14-е батырлыҡтары өсөн төрлө орден-миҙал менән бүләкләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере өҙөлгәндәр ҙә юҡ түгел. Бағыусылар, уҡытыусылар, урындағы хакимиәт, ветерандар ярҙамы менән 2022 – 2023 йылдарҙа ошо сығарылыш уҡыусыларына мемориаль таҡтаташ асылған. Илһөйәрлек рухы тәрбиәләү маҡсатында колледжда яугирҙар менән осрашыуҙар, класс сәғәттәре үткәрелә, спорт ярыштары ойошторола.
Колледж менән танышыу мәлендә студенттар менән педагогтар араһында йылы, дуҫтарса мөнәсәт булыуына ла иғтибар иттек. Ҡайһы бер уҡыусылар яҡын күреп, уларға «апай», «ағай» тип тә өндәшә. Бер кем дә уҡыуға зарланмай, киреһенсә, ошонда белем алыуға ҡыуанып, киләсәккә яҡты хыялдар ҡороп йәшәй. Уларҙың тормошҡа ашыуын, колледжға тырыш уҡыусылар килеүен теләйбеҙ.
Әйткәндәй, колледждың ҡабул итеү комиссияһы дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй (төшкө аш мәле 13.00 – 14.00). Ситтән уҡырға килеүселәргә ятаҡтан урын бирелә, өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге лә бар. Эшсе һөнәрҙәренә уҡырға теләүселәрҙе колледж үҙендә көтөп ҡала!