Ҡыҙ баламды ҡыҙғанам
(башҡорт халыҡ йыры)
Парлап та ғына парлап, аттар ектем,
Мисәүенә уның тай ектем.
Эй, балам, ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Тайҡайҙарҙың (башҡайҙарҙың)
хәлен оло ат белмәй,
Ҡыҙ баланың хәлен ят белмәй.
Эй, балам, ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Ол(о)айғырҡай тауҙың башынан
Верхнеуралдыр күренә - бер ҡала.
Эй, балам, ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Ҡайғы - хәсрәт кенә күрә икән,
Тыуған йорттан китһә ҡыҙ бала.
Эй, балам,ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Арпа ла ғына сәсһәң, сәс иҙәмдә
Яҙ ғынаһын монар алмаһын.
Эй, балам, ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Ҡыҙ балаҡай тыуһа, бәхете булһын,
Бәхеткәйе булмаһа, тыумаһын.
Эй, балам, ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам...
Юлай Кәримов фотоһы.