Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Август 2024, 06:00

Шағир һәм композитор Рәмил Сурағолдың тыуған көнө

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Шағир һәм композитор Рәмил Сурағолдың тыуған көнөШағир һәм композитор Рәмил Сурағолдың тыуған көнө
Шағир һәм композитор Рәмил Сурағолдың тыуған көнө

Сурағолов Рәмил Мотаһар улы (Рәмил Чурағол, Рәмил Сурағол; 16 август 1962 йыл) — шағир һәм композитор, меңдән ашыу йыр авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010); Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы (1996), «Гәлсәр һандуғас» Республика телевизион эстрада йыр конкурс‑фестивале лауреаты (2002). Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы.

Рәмил Мотаһар улы Сурағолов 1962 йылдың 16 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Аҡташ башҡорт ауылында тыуған. Атаһы ете тел белгән, сығышы менән тархандарҙан булған; әсәһе — Плеханов исемендәге халыҡ хужалығы институтын тамамлай. Ауылда, бик күп әкиәттәр, риүәйәттәр, дастандар белгән өләсәләрендә үҫә.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас