Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Августа 2024, 07:00

Э-э-эхх, әрәм генә булған...

Стәрлетамаҡ заводында эшләгән 25 йәшлек егет ике аяҡһыҙ ҡалған. 

Э-э-эхх, әрәм генә булған...Э-э-эхх, әрәм генә булған...
Э-э-эхх, әрәм генә булған...

10 августа Стәрлетамаҡ вагон ремонтлау заводында ғәҙәттән тыш хәл була. 25 йәшлек завод хеҙмәткәре производство йәрәхәте алып, ике аяғын да юғалта. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, йүнәтелгән вагондарҙы күсмә составты ремонтлау цехынан сығарған ваҡытта егеттең аяғы тайып китеп, хәрәкәт иткән вагон аҫтына инеп китә. Ауыр йәрәхәт алған егет 1-се ҡала дауаханаһына оҙатыла.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ваҡиға сәбәптәрен тикшерә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас