Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Август 2024, 11:00

Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!

Махсус операцияла ҡатнашҡан Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы егете 6 тапҡыр яраланған. Бөгөн "Йәшлек"тә ҡунаҡта булды.

Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!

Бөгөн "Йәшлек" гәзите редакцияһында Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Рәфис исемле яугир егет менән осрашыу үтте. Ул алты тапҡыр яраланған, бик күп дуҫтарын юғалтҡан. Яугир яуҙа мең тапҡыр һыналһа, әле яңыраҡ тыуған йортонан ауыр хәбәр алған - Рәфистең ҡәҙерле кешеһе, атаһы вафат булған. 

- Атайым ауыр хәлдә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайтып өлгөрә алманым. Мине ике аҙналыҡ ялға ебәрҙеләр.

Рәфис 2022 йылдың көҙөндә махсус хәрби операцияға алынған. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһе, хәрби часть командованиеһы тарафынан "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнә.

- Кременной йүнәлешендә "укроп"тарҙы бер аҙ баҫтырырға тура килгәйне. Тәүге награданы шуның өсөн бирҙеләр. Позывнойым - ул минең исемем, хеҙмәттәштәрем үҙ исемем менән өндәшә. Үҙебеҙҙең Баймаҡ егеттәре менән хеҙмәт итәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ һәләк булды йә ҡаты яраланды. Һуңғы заданиеға 87 кеше ингәйнек, шуның яртыһы ғына кире әйләнеп ҡайтты. 

Юлай Кәримов фотолары. Дауамы гәзит биттәрендә.

Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Имен-һау йөрөп ҡайт, Рәфис!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас