Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Август 2024, 12:19

Башҡортостанда «сәләмәтлек поездары» туғыҙ районға юлланасаҡ

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә.

Башҡортостанда «сәләмәтлек поездары» туғыҙ районға юлланасаҡБашҡортостанда «сәләмәтлек поездары» туғыҙ районға юлланасаҡ
Башҡортостанда «сәләмәтлек поездары» туғыҙ районға юлланасаҡ
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә был аҙнала медиктар бригадалары Нуриман, Өфө, Ҡыйғы, Федоровка, Ҡариҙел, Мишкә, Мәкә, Күгәрсен һәм Йылайыр райондарына юлланыуы хаҡында һөйләне.

Дөйөм алғанда, 15 апрелдән 9 авгусҡа тиклем акция барышында табиптарҙың мобиль бригадалары 250 тораҡ пунктта 134 849 тикшереү үткәргән. Табиптар 32 857 рентген тикшереүе үткәргән. Белгестәр 3145 яман шеш, шәкәр диабеты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары асыҡлаған.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас