Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Августа 2024, 11:31

Башҡортостан урта уҡыу йорттарында ҡабул итеү арттырыла

Радий Хәбиров хөкүмәт кәңәшмәһендә ошондай йөкләмә бирҙе.

Башҡортостан урта уҡыу йорттарында ҡабул итеү арттырылаБашҡортостан урта уҡыу йорттарында ҡабул итеү арттырыла
Башҡортостан урта уҡыу йорттарында ҡабул итеү арттырыла

Бөгөн Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров мәшғүллек системаһын тулыһынса реформалау хаҡында һөйләне. Был йәһәттән төбәк Башлығы мәшғүллектең туранан-тура әҙерлеккә бәйле булыуын, тәү сиратта урта махсус уҡыу йорттарындағы үҙгәрештәрҙе билдәләне.

— Беҙгә алдынғы колледждарҙа ҡабул итеүҙе арттырырға кәрәк. Көс һалығыҙ, өҫтәмә парталар ҡуйығыҙ, ҡайһы бер уҡытыусылар бюджеттан тыш аҡсаға уҡыта ала, — тип билдәләне Радий Хәбиров, республиканың мәғариф министрына мөрәжәғәт итеп. — Һеҙ кеше һанын 500-гә арттырҙығыҙ, ә беҙҙең ихтыяж күпкә ҙурыраҡ. Беҙ глобаль кимәлдә ике мәсьәләне хәл итәбеҙ: беренсенән, бала тап ошо колледжға уҡырға инергә теләй, шуға күрә уға был мөмкинлекте бирегеҙ! Ә икенсеһе – беҙ һөйләгән ресурстар.

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа урта махсус уҡыу йорттарында тағы ла 2 мең урын булдырыу бурысын ҡуйҙы.

— Ҙур һанды алайыҡ. Беҙҙә 90-дан ашыу колледж бар,  уларҙың 30-ын үҙегеҙгә саҡырығыҙ. Беҙ матди базаны колледждарҙың ихтыяждарына көйләй алмайбыҙ, тимәк, ҡатмарлыраҡ шарттарҙа эшләргә тура киләсәк, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы мәғариф буйынса август кәңәшмәһенә әҙер ҡарар менән сығырға ҡушты.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас