Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Августа 2024, 13:34

Хәйбулла районының фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылды

#элек_хәҙер_Башҡортостан

Хәйбулла районының фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылдыХәйбулла районының фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылды
Хәйбулла районының фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылды

 

Хәйбулла районының Федоровка ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 500-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Был медицина учреждениеһын төҙөкләндереү – урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған ваҡиға, сөнки элекке бина 2018 йылда уҡ авария хәлендә тип танылған була.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты 2021 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы буйынса сафҡа индерелә. Яңы урында йылы, иркен һәм уңайлы, тип ҡыуана ауыл халҡы.

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының хужабикәһе – йәш белгес Мария Миляева. Ул тормош иптәшенең тыуған ауылына «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса эшкә ҡайтҡан. Ауыл еренә эшкә күсеп, йәш белгес программаға ярашлы 500 мең һум аҡсалата ярҙам алыуға ирешкән.

Шуныһы мөһим: «Ауыл фельдшеры» программаһы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын кадрҙар менән тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай. Табиптарға компенсациялар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында түләнә.

Башҡортостанда был программа буйынса 2021 йылдан 101 фельдшер 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алған. 2024 йылға был программаға тағы 33 белгес ҡушылған.

Йәш белгестәр өсөн «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларында ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан – илдә алдынғы өс төбәк иҫәбендә.

#национальныепроекты #миллипроекттар #нацпроекты #региональныепроекты #төбәкпроекттары #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #Башҡортостандыңмиллипроекттары

Хәйбулла районының фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылды
Хәйбулла районының фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылды
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас