Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Августа 2024, 10:30

«Бөйөк дала» рок һөйөүселәрҙе йыйҙы

Хәйбулла районы хакимиәте Рөстәм Шәрипов хәбәр итә:

«Бөйөк дала» рок һөйөүселәрҙе йыйҙы«Бөйөк дала» рок һөйөүселәрҙе йыйҙы
«Бөйөк дала» рок һөйөүселәрҙе йыйҙы

– Хәйбулла ерендә «Бөйөк дала» йәнә башҡортса рок һөйөүселәрҙе йыйҙы. Районда алтынсы тапҡыр «Бөйөк дала» асыҡ республика рок-фестивале үтте. Республикабыҙҙың төрлө төбәгенән талантлы йырсылар, легендар «Рух», «Дәрүишхан» төркөмдәре байрам ҡунаҡтарын үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырҙы. Сара ҡатнашыусылар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар һәм сағыу хистәр бүләк итте. 

Ҡасандыр тап беҙҙең районда нигеҙ һалынған башҡорт рок йүнәлеше бөгөн дә йәшәй һәм үҫешеүен дауам итә, әлеге фестиваль шуға дәлил. Фестиваль артабан да яҡшы традициялар булдырһын һәм үҫешһен!

«Бөйөк дала» рок һөйөүселәрҙе йыйҙы
«Бөйөк дала» рок һөйөүселәрҙе йыйҙы
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас