Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Августа 2024, 08:30

Яҡташыбыҙ Шайморатов һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнде

Баҡалынан «Вивальди» МХО-ла ҙур батырлыҡ эшләгән.

Яҡташыбыҙ Шайморатов һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләндеЯҡташыбыҙ Шайморатов һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ Шайморатов һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнде

Баҡалы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Вивальди» позывнойлы һалдат яуҙағы хеҙмәте өсөн Шайморатов һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнде. Хәрбиҙең ҡаҙанышы хаҡында район хакимиәте башлығы Олег Ефимов үҙенең телеграм-каналында яҙған.

«Яҡташыбыҙ, Ватанды һаҡлаусы, ысын герой булған тыйнаҡ һәм ябай егет, «Вивальди» йәш быуынға өлгө булып тора. Махсус хәрби операция башланғандан алып егет тыуған иле өҫтөндәге аяҙ күк йөҙө хаҡына һаҡҡа баҫты. Ул Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, башҡорт батальондарының береһендә хеҙмәт итә», – тип яҙа район башлығы.

Олег Ефимов «Вивальди» кеүектәр Башҡортостандың һәм бөтә илдең ғорурлығы булыуын билдәләне.

«Бөгөнгө йәштәр ошондай ысын ир-егеттәрҙән, Ватаныбыҙ һаҡсыларынан өлгө алырға тейеш», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алған Олег Ефимов.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас