Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Август 2024, 08:30

Уңыштар, Артур!

Башҡорт боксеры Артур Собханғолов Европа чемпионы исеме өсөн алышасаҡ!

Уңыштар, Артур!Уңыштар, Артур!
Уңыштар, Артур!

Башҡортостандан тағы бер спортсы Данис Ғабдрафиҡов сығыш яһай, ул Монголиянан 2023 йылғы донъя чемпионаты бронза призеры Мишель Баттумир менән 67 йәшкә тиклемге ауырлыҡ категорияһында 6 раундлы рейтинг матчында осрашасаҡ. Собханғолов кеүек үк, Ғабдрафиҡов апрель айындағы «Лига ставок. IBA Night of Champions» исемле ярышында Өфөлә 2019 йылғы донъя чемпионатының бронза призеры һәм ике тапҡыр Азия чемпионы Үзбәкстандан Бобо Усмон Батуровты еңгәйне.

Был шоу сиктәрендә профессиональ рингта ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, 2024 йылғы БРИКС уйындары еңеүсеһе, 2023 йылғы Боливария ALBA уйындары чемпионы Азалия Әминева профессиональ рингта дебют яһаясаҡ. 21 йәшлек ҡыҙ 66 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында 6 раундлыҡ рейтинг алышында Танзаниянан Рехема Абдалла (10-0-1, КО 9) менән осрашасаҡ.

Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе, 19 йәшлек Егор Козорезов 63,5 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 6 раундлыҡ алышта Һиндостандан еңелеү белмәгән Акшай Чахал (14-0-1, КО 9) менән осрашасаҡ.

8 августа үтәсәк турнирҙы Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы (IBA), Iron&Gloves Promotions һәм Dynamo Boxing Promotions Рәсәй бокс федерацияһы ярҙамында ойоштора. Генераль партнеры- «Лига Ставок» букмекер компанияһы. Өфөләге тапшырыуҙы «Матч» телеканалында тура эфирҙа күрһәтәсәктәр. Билеттарҙы ҺЫЛТАНМА аша һатып алырға мөмкин https://afisha.yandex.ru/ufa/sport/liga-stavok-noch-chempionova-iba

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас