

Бының өсөн нимә эшләргә һуң? Марля, быяла банкалар кәрәк буласаҡ. Иң беренсе банканы йыуып, киптереп, стерилләштерергә. Унан һуң банканың өҫтөнә тиклем ҡоро һарымһаҡ менән тултырып, бер нисә ҡатлы марля менән ҡапларға, банканы ҡапҡас менән ябырға кәрәкмәй.
Һарымһаҡлы банканы йылы, бер төрлө температура булған урында (артыҡ ныҡ эҫе лә, һыуыҡ та булмаһын) һаҡлағыҙ. Мөгәрәптә, подвалда, һыуытҡыста һаҡларға ярамай.
Һарымһаҡты ҡулланғанда тәүҙә даими рәүештә бер банканан ғына алығыҙ, унан икенсеһенә күсегеҙ. Сөнки һарымһаҡ тулы банкаларҙа яҡшыраҡ һаҡлана. ⠀