Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июля 2024, 11:00

Баймаҡтар МХО-ға тағы бер матай ебәргән!

«Ирәндек халыҡ фронты» ирекмәндәр төркөмө изге эш ҡылған. 

Баймаҡтар МХО-ға тағы бер матай ебәргән!Баймаҡтар МХО-ға тағы бер матай ебәргән!
Баймаҡтар МХО-ға тағы бер матай ебәргән!

Был хаҡта Баймаҡ районының Күсей ауылынан уҡытыусы, ирекмән Вәсилә Зәйнуллина хәбәр итә.

- Һеҙгә беҙҙең Күсей ауылы ирекмәндәре хаҡында яҙмаҡсымын. Ирәндек зонаһының «Ирәндек халыҡ фронты» тигән үҙ ирекмәндәр төркөмө бар, былтыр февраль айында уҡ булдырылған ине. Беҙ ауылыбыҙ менән маскировкалау селтәрҙәре үрҙек, май шәмдәре лә эшләнек, носилкалар ҙа тектек, егеттәргә тепловизорҙар, мотоцикл, машина ла ебәрҙек. Көҙгөһөн бер башмаҡ һатып алып, тушенка, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре үҫтергән йәшелсәнән борщ, икра, салаттар ябып фронтҡа оҙаттыҡ.

Гуманитар ярҙам булғас, әлбиттә финансһыҙ ҙа булмай. Аҡса йыйыуға Күсей ауылыныҡылар ғына түгел, Ирәндек зонаһының халҡы дәррәү ҡушыла, ҡырҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ситтә ҡалмай. Бөгөнгө көндә лә бик әүҙем эш алып барабыҙ. Мотоцикл, антидрон, посылка әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. Егеттәребеҙ ошо арала тағы 9-сы тапҡыр юлға сыға. Кем тиһегеҙме беҙҙең ирекмәндәр? Рөстәм Байназаров, Рифат Баймөхәмәтов, Рушан Ишбирҙин, Илназ Кинйәбаев, Юнир Әхмәтов менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Бөгөнгө көндә егеттәр мотоциклды әҙерләп бөттөләр. Уны фронтҡа тип Рушан Ишбирҙин бушлай бирҙе. Яҙ көнө алған мотоциклға Азат Уйылданов 40 мең аҡса ҡушҡайны, шулай уҡ ул иптәштәре менән «Газель» машинаһы әҙерләп ебәрҙе. Ирәндек зонаһы халҡы Еңеү өсөн тос өлөшөн индерә.

Баймаҡтар МХО-ға тағы бер матай ебәргән!
Баймаҡтар МХО-ға тағы бер матай ебәргән!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас