Ни өсөн тештәр ауырта һуң? Күп осраҡта быға үҙебеҙ ғәйеплебеҙ: ашағандан һуң теште таҙартмайбыҙ, табиптарға йөрөмәйбеҙ, эҫе аштан һуң һыуыҡ һыу эсәбеҙ һ.б. Күптәр теше менән сәтләүек яра, йә булмаһа еп өҙә, ҡаты әйберҙе тешләп һындыра. Һөҙөмтәлә эмале зыян күрә һәм кариесҡа килтерә. Ҡаты әйберҙәрҙе теш менән ҡыҫҡанда ҡан тамырҙары ла ҡыҫыла һәм ҡан аша туҡлылҡлы матдәләр килмәгәс, теш үлә. Тештәр ныҡ булһын, һыҙламаһын тиһәк, ошондай насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға кәрәк.
Туҡланыу режимының да әһәмиәте ҙур. Ул кальций сығанағы булған йәшелсә-емешкә, һөт аҙыҡтарына бай булырға тейеш. Тештәр өсөн йомортҡа һарыһында, салатта күп булған Д витамины, гөлйемештә, лимон, помидорҙа күп булған С витамины бигерәк тә файҙалы. Ваҡытында ашамау, татлы ризыҡтар менән мауығыу ашҡаҙан-эсәк тракты, бауырҙың эшмәкәрлегенең үҙгәреүенә, ә был үҙ сиратында тештәрҙең ауырыуына килтерә.
Тештәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау өсөн мотлаҡ көнөнә ике тапҡыр теш пастаһы менән таҙартырға, ашағандан һуң һәр саҡ ауыҙ эсен сайҡатып алырға кәрәк.
Ҡайһы бер осраҡта тештең ауырыуы баш ауыртыуына ла сәбәпсе була. Мәҫәлән, уның тамырында елһенеү усағы – гранулема булғанда. Ғәҙәттә бындай теште дауалаһаң, баш ауыртыуы ла ҡул менән һыпырып алғандай бөтә лә ҡуя.
Йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк, тештәрҙең боҙолоуына юл ҡуймағыҙ, ваҡытында табипҡа күренеп, дауалатып тороғоҙ. Хәҙер ауыртырмай ғына укол һалып та дауалайҙар бит.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.