Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июля 2024, 08:00

Бесән өҫтөндә

Быйыл ямғыр ҡамасаулай... Дауамы сайтта.#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бесән өҫтөндәБесән өҫтөндә
Бесән өҫтөндә

Июль, июль...Инде малым да юҡ,
Кәрәк түгел бесән сабаһы,
Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом,
Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы.

Шәфәҡ кеүек алһыу төҫкә буяй
Үткәндәрҙе бөгөн һай хәтер:
Михнәте лә бесән эшләүҙәрҙең
Булған икән йәшлек рәхәте.

Һынай ине бесән һәр берәүҙе,
Әйтәм әле берҙе биш итмәй:
Иң-иң иҫтә нимә тиһегеҙме-
Сабынлыҡта элгән бишектәр...


© Гүзәл Ситдиҡова

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас