Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2024, 08:07

Тормоштары гөл-баҡса кеүек

***

Үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эше, ҡылған изгелеге менән башҡаларға өлгө булырлыҡ ир уҙаманы, яҡын ғына ағайым Айҙар Ишемғужин хаҡында һүҙем. Ул Баймаҡ районының Ишей ауылынан данлыҡлы Ҡарасуралар һәм Орлоҡтар араһы нәҫеленән, ауылдағы ихтирамлы, эшһөйәр Мөнирә һәм Рәсүл Ишемғужиндар ғаиләһендә  баш бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән тиҫтерҙәренән иплелеге, кешелекле-кеселекле булыуы менән айырылып тора. Олатай-өләсәһенең һөймәлекле ейәне, ата-әсәһенең ярҙамсыһы, ҡустыларының  ышаныслы терәге, өлгөлө ағай булып буй еткерә.  Мәктәпте тамамлап, шофёр һөнәрен үҙләштерә. Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, белемен тағы ла камиллаштырып, бына инде 30 йыл – руль артында. Тәүҙә Темәс урман хужалығында  эшселәрҙе урманға ташый, артабан Сибай урман хужалығының  Ишей бүлексәһендә лә шул уҡ эштә була.

Урман хужалыҡтары ябылып, Ишей урман хужалығы шәхси эшҡыуар ҡулына күс­кәс, Айҙар йөк машинаһына ултырып, ағас ташый башлай. Тыуған ауылынан йәш­тәр күсеп китә башлағас, ул да ғаиләһен алып, Учалыға күсенә. Эшһөйәр кеше өсөн ҡайҙа ла ишектәр асыҡ. Айҙар ағай “Агро МТС”-та водитель булып эшләй башлай. Еңгәбеҙ Эльвира Риф ҡыҙы балалар баҡсаһына мөдир итеп тәғәйенләнә. 
Улар Учалы ҡасабаһында үҙ ҡулдары, тырышлыҡтары менән ике ҡатлы йорт төҙөп, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, бик матур донъя көтә. Үҙҙәренең өлгөһөндә балалары ла буй еткерҙе, хәҙер өлкән улдарын Айгизде өйләндереп, йәш ғаиләгә өй һалырға яр­ҙам итәләр, килендәрен уҡы­тып,  ейәнсәрҙәрен ҡара­шалар. Икенсе улдары Вәғиз –табип, ҡыҙҙары Камила Өфөлә уҡый. 
Яҙмыш ҡушыу буйынсамы, әллә киң күңеллелекме, Ай­ҙар ағайым балдыҙының өс улын сит ҡулдарға бирмәй,  үҙ ғаиләһенә тәрбиәгә ала. Бер ауыр һүҙ түгел, хатта ҡырын ҡараш та ташламай, башҡаларҙан да ауыр һүҙ әйттермәй, ошо өс баланың күңеленә яҡшылыҡ орлоғо һалып, төрлө түңәрәккә йө­рөтөп, өй эштәренә өйрәтеп, тәүфиҡле, аҡыллы итеп үҫтерә.
Ярҙамға мохтаждарға һис икеләнеп тормай ярҙам ҡу­лы һуҙыу, ауыр мәлдәрҙә ҡа­натһыҙҙарға ҡанат ҡуйыу, йөрәк йылыһын биреү генә түгел, тормошта аяҡҡа ба­ҫырға ярҙам итеү кеүек мәл­дәр – Эльвира менән Айҙар Ишемғужиндарҙың  булмышында төп һыҙаттарҙың бе­реһе. Бындай осраҡтар йә­шәгән йылдарында бик күп булды. Ағайымдың ата-әсәһе ейәндәренең үҫкәнен күр­мәй иртә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡустыларына кәңәш­се лә, терәк тә ул.
Эльвира менән Айҙар Ишим­ғужиндар донъяны икәүләп кәңәшләшеп, тигеҙ тартҡас, тормоштары ла гөл-баҡса кеүек. Ә ысынында иһә ошо гөл-баҡсаны булдырыу өсөн күпме сабырлыҡ, тырышлыҡ, итәғәтлелек кә­рәк, бер-береңә ышаныу, хөрмәт һәм ихтирам менән бағыу, ел-ямғырҙарға, буран-дауылдарға бирешмәй, ҡар­шылыҡтарҙы еңеп, алға атлау зарур. Яҙмышынан уң­ды ағайым, тип һоҡланам. Сөнки уның эргәһендә күҙ­ҙәренә һөйөп баҡҡан, иғ­тибарын йәлләмәгән, үҙе һымаҡ киң күңелле, көләс, ярҙамсыл, тормошто ярат­ҡан икенсе яртыһы бар. Аҡҡоштарға тиңләйем мин уларҙы:  ҡайҙа булһа ла бер­гәләр, бар эште лә кәңәш­ләшеп башҡаралар. 
Ярты быуат ғүмер ки­сергән Айҙар Рәсүл улының оло йөрәгенә барыһы ла һыя, туғандарының, дуҫ­тарының күплеге уның мәр­хәмәтлелеген дәлилләй. Өл­гөлө ғаилә башлығы, ышаныслы ир, хәстәрлекле атай, яғымлы олатай, иғтибарлы ағай, ихтирамлы ҡайнаға, шаян еҙнәй, ысын дуҫ, тиҙәр уны белгән кешеләр.
2024  йыл  Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителгәс, һәр ваҡыт  Айҙар ағайымдың ябай ғаиләһен өлгө итеп ҡуям. Улар кеүек, тор­моштоң яҡшы яғын күреп, за­ман ауырлыҡтарына би­реш­мәй, матур итеп донъя көтөргә ынтылған, балаларына дөрөҫ тәрбиә биргән ғаиләләр күберәк булһын. Тап шундай өлгөлө ғаиләләр – илебеҙҙең терәк-таянысы, киләсәге. 

Венера ҠАСҠЫНОВА.

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас