Бөтә яңылыҡтар

Артритты торма менән дауалау

 Торма йүтәлдән генә түгел, артрит менән артроздан ныҡ ярҙам итә. 

Артритты торма менән дауалау
Артритты торма менән дауалау

Дауаланыу өсөн  уны ҡабағы менән ҡырғыстан үткәреп, һутын һығып алырға мөмкин. Һуңынан  стакандың  3/1 өлөшөндәге  һутына  бер ҡалаҡ бал менән спирт ҡушып бутарға. Кизе-мамыҡ туҡыма киҫәген ошо төнәтмәгә сылатып алып,  төнгөлөккә ауыртҡан урынға ябырға һәм нығытып бәйләп ҡуйырға.  Дауаланыу осоронда аяҡтарығыҙҙы өшөтмәҫкә тырышығыҙ. Ун көн дауаланғандан һуң,  ауыртыу-һыҙланыуҙарҙан ҡотолорһоғоҙ.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: