Бөтә яңылыҡтар

Гөл төбөнә ваҡ себендәр эйәләшһә, нимә эшләргә?

Себен күренә башлау менән был  гөлдө башҡалар эргәһенән икенсе яҡҡа алып ҡуйығыҙ. Тағы нимә эшләргә тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Гөл төбөнә ваҡ себендәр эйәләшһә, нимә эшләргә?
Гөл төбөнә ваҡ себендәр эйәләшһә, нимә эшләргә?

Ере кибеп бөткәнсе, гөлгә һыу һипмәгеҙ. Унан гөлдөң тупрағын алмаштырырға, тамырҙарын һәйбәт итеп йыуырға кәрәк. Гөлдәр торған ергә дихлофос, раптор һиптерергә.

Тупраҡты алмаштырмаһағыҙ, Актара, фитоверм, танрек препараттары менән аҙнаһына бер тапҡыр эшкәртергә. Мухоедты гөл төбөнә күмеп ҡуйырға була.

Халыҡ ысулдарын да ҡулланырға мөмкин. 3 баш һарымһаҡты ваҡлап, 1 литр ҡайнар һыуға һалырға, 4 сәғәт торғандан һуң һөҙөп алып, гөл төбөнә, япраҡтарына һиптерергә. Кер һабынлы һыу һипһәң дә ярҙам итә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: