Бөтә яңылыҡтар

Динара Ғәлләмова телебеҙҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тарафынан башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә  ҙур иғтибар бүленә. Уның ярҙамы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды күп проекты уңышлы ғәмәлгә ашыра: башҡорт теле һанлаштырыла, яңы технологияларға нигеҙләнеп, башҡорт телен дистанцион алымдар менән өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталар, интернет-контент булдырыла, уҡыу әсбаптары сығарыла.

Динара Ғәлләмова телебеҙҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә
Динара Ғәлләмова телебеҙҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә

 – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был йәһәттән халҡыбыҙҙың ҙур роль уйнауы ҡыуандыра. Беҙ туған телебеҙгә битараф булмаған, уны ихлас күңелдән яратып, рәхәтләнеп аралашҡан, туған телгә һөйөүен башҡаларға ла еткергәндәргә ярҙам итәбеҙ, – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

2021 – 2024 йылдарҙа Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән берлектә  Башҡортостан Башлығы Гранты ярҙамында 16 проектты тормошҡа ашырған. Ә былтыр Башҡортостан халҡын ижади эшмәкәрлеккә һәм социаль проектлауға йәлеп итеү, граждандар әүҙемлеген арттырыу маҡсатында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект конкурсында 10 еңеүсе иғлан ителгән. Шулар араһында быйыл ғына Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультетын ҡыҙыл  дипломға тамамлаған Динара Ғәлләмова ла бар. Ул «ЙырАлыш» музыкаль-күңел асыу уйыны» проектын тәҡдим итеп, 53 200 һум грант отҡан.

– Беҙ Әбйәлил йәштәре, бағыусылар, үҙебеҙҙең көс ярҙамында  «ЙырАлыш» проектын «Йәшлек house» майҙансығында алдан үткәреп килгәйнек. Ул йәштәргә бик оҡшағайны. Уҡытыусы булараҡ, мәктәптәрҙә үткәрһәм, уҡыусыларға нисек булыр, тип,  уларҙың халыҡ, заманса йырҙарҙы белеү кимәлен дә тикшереп ҡарау өсөн  грантҡа бирергә булдым. Проектымдың  маҡсаты – йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында башҡорт халҡының рухи мираҫын популярлаштырыу, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон, кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләү. Ул билдәле «Угадай мелодию» теле-уйынына оҡшаған. Уйын ике турҙан тора: I тур – заманса йырҙар, II тур – башҡорт халыҡ йырҙары.

Грантҡа ярашлы, биш мәктәптә – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия-интернаттарында, Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында, республика инженер лицей-интернатында «ЙырАлыш» уйынын ойошторҙоҡ. Был проект халыҡ йырҙарын танытыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ уйын йәштәргә башҡорт телен һәм башҡорт йырҙарын яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Гранттың һөҙөмтәһен ыңғай тип әйтергә мөмкин, – ти ул.

Әйткәндәй, һәр яҡлап әүҙем ҡыҙ башҡорт телен үҫтереү буйынса акциялар ҙа ойоштора. Былтыр башҡортса һүҙҙәрҙе тәржемә итеүселәргә рауза сәскәһе таратһа, быйыл да ошо уҡ  акцияны үткәреп, туған телебеҙҙе яҡшы белеүселәрҙе туңдырма менән һыйланы.

Туған телебеҙгә битараф булмаған шундай йәштәребеҙ үҫеп килеүе ҡыуаныслы, киләсәктә лә был йүнәлештәге эште дауам яҙһын.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: