Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров: Балаларҙың теле туған телдәрендә асылһын

Башҡортостан Башлығы кескәй балалар өсөн йәнһүрәттәр серияһы төшөрөлә башлауы хаҡында һөйөнсөләне. 

- Кескәй балаларға туған тел бына ошолай өйрәтелергә тейеш – бик ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булһын. Таныш булығыҙ, был Айгөл һәм Айтуған, улар һеҙҙең балаларығыҙға башҡорт алфавиты хәрефтәре хаҡында һөйләйәсәк.

«Әлифба» – 3-5 йәшлек балалар өсөн ҡыҫҡа күңелле йәнһүрәттәр теҙмәһе. Беҙҙең фондтан бүленгән грантҡа яңы проект тормошҡа ашырыла башланы. Уның авторҙары - рәссам-карикатурисы Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһы.

Һәр серияны булдырыу өҫтөндә сценаристарҙан һәм рәссамдарҙан тыш, балалар психологтары, музыканттар, уҡытыусылар эшләй. Был йәнһүрәттән телевидениела күрһәтелде, хәҙер социаль селтәрҙәрҙә, проекттың рәсми төркөмөнә ҡуйыла башланы. Яҙылығыҙ: https://vk.com/club224558725 һәм балаларығыҙға күрһәтегеҙ.

Балаларҙың теле туған телдәрендә асылһын. Киләсәктә улар башҡортса уҡыһындар, һөйләшһендәр, уйлаһын һәм йырлаһындар өсөн, эште күңелле «Әлифба» менән таныштырыуҙан башлайыҡ, - тип яҙа социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: