Бөтә яңылыҡтар

Рәхәтләнеп мунсала сабынып, ял итеп ҡайтҡың килһә...

Был ял көндәрендә, 27 – 28 илдә, Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылында «Фазенда» ҡала ситендәге клубта  уҙасаҡ «Рәхәттә» халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестиваленә бар. Баш ҡалала йәшәүселәр барып күрергә теләһә, «Торатау» конгресс-холынан һәм «Ҡашҡаҙан» паркынан  иртәнге сәғәт 10-да автобуста алып барыу ойошторола. Ике көн буйына рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырға теләһәң, палатканы алып тороу мөмкинлеге лә бар.

Рәхәтләнеп мунсала сабынып, ял итеп ҡайтҡың килһә...
Рәхәтләнеп мунсала сабынып, ял итеп ҡайтҡың килһә...

Халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивалендә Башҡортостандан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Төркиәнән, Италиянан, Ҡытайҙан һәм Үзбәкстандан 500-ҙән ашыу белгес ҡатнашасаҡ, ә фестивалгә 6 меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы. Унда  республикабыҙҙың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры Зөһрә Гордиенко, Тышҡы иҡтисад  бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Әлиә Рафаэль ҡыҙы, «Евразия» мунса федерацияһы директоры Кристина Бугрова, «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» социаль технологиялар үҙәге етәксеһе Алина Хәбирова ҡатнашты.

Фестиваль сараларға бик бай булмаҡсы: мунса оҫталығы буйынса ике чемпионат, шулай уҡ коллектив сабыныу буйынса Рәсәй чемпионаты финалы үтәсәк. Сараға килеүселәргә бында бик оҡшаясаҡ, оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап, илдең иң яҡшы пармастерҙарынан сабынырға, мунсала ял итергә өйрәнеп ҡайта аласаҡтар.

Шифаханалар селтәре етәксеһе, биология фәндәре кандидаты Михаил Гордеев дарыу  үләндәре һәм уларҙың кеше организмына  йоғонтоһо хаҡында һөйләйәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы шифаханаларында сәләмәт туҡланыу һәм сәләмәтләндереү мөмкинлектәре тураһында лекциялар үтәсәк. Блогер-сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиев  экстремаль туризм хаҡында  лекция уҙғарасаҡ. Халыҡ-ара мунса комплекстары селтәренә нигеҙ һалыусы Андрей Севостьянов мунса бизнесын нисек төҙөү һәм плюста ҡалыу хаҡында бәйән итәсәк.

Бынан тыш, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бай шоу-программа, массаж зонаһы, бөтә йәштәгеләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, һыу аттракциондары, «ГастроРахат» гастрофестивале, оҫталар йәрминкәһе, спорт ярыштары, күбекле кисә, аниматорлы балалар өсөн билмә һәм киске мәҙәни-күңел асыу программаһы көтә.

Фестиваль ҡунаҡтарын бай эшлекле программа ла көтә. Ул медицина, туристик үҫеш һәм мунса индустрияһы өлкәһендә ил лидерҙары ҡатнашлығында профилле секцияларҙы һәм дискуссия майҙансығын үҙ эсенә аласаҡ. Көн тәртибендә – төбәктә халыҡ-ара туризмды үҫтереүҙең төп аспекттары, медицина туризмы өлкәһенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең һәм сит илдәрҙең үҙ-ара партнерлыҡ эшмәкәрлеген киңәйтеү.

Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте нарахате.рф рәсми сайтында һәм 8-800-101-10-12 телефоны аша алырға мөмкин. Фестиваль Ҡырмыҫҡалы районы, Үрге Тимкә ауылы, мкрн Гармония, Революция урамы, 1 а адресы буйынса үтә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: