Бөтә яңылыҡтар

«Башҡортостан етәкселеге беҙгә ҙур иғтибар бүлә»

Иглин районынан МХО-ла ҡатнашҡан «Призрак» позывнойлы хәрби республика хөкүмәтенә рәхмәтен белдерә.

Яугир Өфөлә тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта әсәһе менән Иглин районы үҙәгендә йәшәй. МХО-ға тиклем ул программа менән тәьмин итеү фирмаһы етәксеһе булған.

– Мин – хәрби хәрәкәттәр ветераны. Иглин хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы егеттәре менән бергә МХО-ла һәләк булған һалдаттарҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнаша инек. Шундай матәм сараларының береһендә күңелемдә үҙгәрештәр тойҙом. Нисек инде, быға тиклем бер тапҡыр ҙа ҡулына автомат тотмаған күп балалы атайҙар һәләк була. Унан да бигерәк улар хатта әрмелә лә хеҙмәт итмәгән.  Ә мин - профессионал. 20 йыл элек хәрби присяга ҡабул иттем. Әрменән һуң контракт буйынса хеҙмәт иттем, Абхазияла «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә йөрөнөм. «Метеорит» УР-77 менән әле лә идара итә алам. Шулай итеп, мин йәнә хәрбиҙәр сафына, ил һағына баҫтым, - ти «Призрак» ҡушаматлы хәрби.

Яугир ошо көндәрҙә отпускыға ҡайтҡан, ауыр сирле әсәһенә ярҙам итәһе, йорт-ҡураны ҡышҡылыҡҡа әҙерләйһе бар. «Призрак» төрлө яҡлап ярҙам итеп торған район хакимиәте етәкселегенә лә рәхмәтен белдерҙе.

– Беҙҙең полк алғы һыҙыҡта. Иглиндан йөҙгә яҡын кеше, Стәрлетамаҡтан ғына ҡалышабыҙ. Беҙҙең егеттәр һынатмай. Район хакимиәте һәм халыҡ иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Иглин районы башлығы Гүзәл Насырова етәкселегендәге делегация даими рәүештә часҡа килә, гуманитар ярҙам ташый. Кешеләр посылкалар һәм хаттар ебәрә. Таныш булмаған кешенән хат алыу ҙа күңелде йылыта, был бик ҡиммәтле. Ә балаларҙың хаттарын бетеү итеп йөрөтәбеҙ. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Коннов та МХО биләмәһенә килеп тора, һәр ҡайһыбыҙҙың хәлен белешә. Ошондай иғтибар көс бирә, рухты күтәрә. Беҙгә терәк булған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ, - ти «Призрак».

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: