Был видеояҙма Ҡаҙағстанда төшөрөлгән. Ҡаҙаҡ блогеры үҙенең блогы ярҙамында ауыр хәлдә ҡалған мохтаж, сирле кешеләргә ярҙам итә, уның битләүенә 1,8 миллион кеше яҙылған. Шулай уҡ был изге эштә егеткә меценаттар ярҙамлаша. Ниндәй генә изгелектәр ҡылһа ла, егет үҙенең исем-шәрифен дә күрһәтмәй, йөҙөн дә ҡара битлек аҫтында ҡалдыра.
Сираттағы марафонда ул ауыр хәлдә ҡалған яңғыҙ өс балалы ир-уҙаманға өй һатып алған. Шулай уҡ сирле сабыйына дауаланыуға һәм мал-тыуар һатып алыуға ҙур сумма аҡса бүләк иткән. Әлбиттә, был видеояҙма интернетта йәшен тиҙлегендә таралған һәм мохтаж ғаиләләргә ярҙам итергә теләүселәр, теләктәшлек белдереүселәр артҡандан-арта.
- Был ғаилә хәҙер беҙҙең эргәлә йәшәй, бик шатбыҙ улар өсөн, - тип яҙа ҡара битлектәге егеттең яҙылыусылары.
"Афарин!" был блогерға!