Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июля 2024, 05:54

Балаларға «Батам!» тип ҡысҡырырға ярағанын аңлатығыҙ

Һыу ятҡылығы янында ял хәүефһеҙ булһын өсөн һаҡлыҡ саралары тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Тик рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ — ҡырағай пляждарҙа ҡотҡарыусылар юҡ. Буйҙарҙан ары йөҙмәгеҙ — уларҙан ары катерҙар һәм гидроциклдар йөрөй. Моторлы кәмәләргә, бигерәк тә ҙур яхталарға йәки теплоходтарға яҡын бармағыҙ.  

Балаларға «Батам!» тип ҡысҡырырға ярағанын аңлатығыҙБалаларға «Батам!» тип ҡысҡырырға ярағанын аңлатығыҙ
Балаларға «Батам!» тип ҡысҡырырға ярағанын аңлатығыҙ

Таныш булмаған урында һыуға суммағыҙ — һыу төбөнә йәки, сит әйберҙәргә бәрелеп, йәрәхәт алыу хәүефе ҙур.

Һауа тултырылған матрастарҙа һәм түңәрәктәрҙә алыҫҡа йөҙмәгеҙ, бигерәк тә йөҙә белмәһәгеҙ, йыраҡ китмәгеҙ. Матрастың тыны сығыуы ихтимал, ә һеҙ ярҙан алыҫта ҡурҡыныс хәлдә ҡаласаҡһығыҙ.

Өшөй башлаһағыҙ, һыуҙан сығығыҙ. Һыуыҡтан мускулдарҙың тартышыуы ихтимал.

Дауыл һәм йәшен ваҡытында һыуға инмәгеҙ — һыуҙың ток үткәреү һәләте юғары, шуға күрә йәшен һуғыуҙан зыян күреү хәүефе бар. Эҫе ваҡытта һыуыҡ һыуға ҡапыл инмәгеҙ. Ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуы ихтимал, ә был һаулыҡ өсөн ауыр эҙемтәләргә килтерә.

Эскән килеш һыу инмәгеҙ. Эскән кеше хәлде насар контролдә тота, шулай уҡ алкоголь ҡан баҫымын күтәрә – һыуға төшөү менән аңды юғалтырға мөмкин.

❗ Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Улар менән бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләшегеҙ һәм пляжда уларҙы бер нисек тә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Балаларға ысынлап хәүеф янағанда ғына «Батам!» тип ҡысҡырырға мөмкин икәнен аңлатығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас