Бөтә яңылыҡтар

"Ҡанатлы ҡараҡ"тарҙы ҡурҡытыу өсөн

 Бешкән еләк-емеш — күп ҡоштарҙың яратҡан тәмлекәсе. Әгәр ҙә һеҙ ҡайнатмаһыҙ һәм компотһыҙ ҡалырға теләмәһәгеҙ, ҡанатлы ҡараҡтарҙы ҡурҡытырға кәрәк. Бының өсөн ысулдар етерлек.

"Ҡанатлы ҡараҡ"тарҙы ҡурҡытыу өсөн
"Ҡанатлы ҡараҡ"тарҙы ҡурҡытыу өсөн

Ҡарасҡы. Баҡса ҡарасҡыһы элек-электән уңышты ҡотҡарған. Ниңә хәҙер ҙә яһап ҡуймаҫҡа? Уны эшләү бер ҙә ауыр түгел. Тәүҙә таяҡтарҙы тәре формаһында тоташтырып, уларҙы ҡаҙаҡ, сым һәм скотч менән нығытып, каркас төҙөгөҙ. Баш өсөн йомшаҡ нәмә, мәҫәлән, иҫке мендәр йәки һалам бәйләме лә ярай. Каркасҡа иҫке кейем кейҙерегеҙ : күлдәк, салбар, баш кейемен дә онотмағыҙ, мәҫәлән, эшләпә. Ҡурҡытыу эффектын көсәйтеү өсөн ялтырауыҡлы, тауыш сығарған әйберҙәр өҫтәгеҙ. Ҡарасҡыны таяҡҡа вертикаль ҡуйығыҙ. Ҡоштар тышҡы ҡиәфәтенә өйрәнеп китмәһен өсөн кейемен үҙгәртеп тороғоҙ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: