Бөтә яңылыҡтар

Укроп орлоғо менән нисек дауаланырға?

Κoлит, гacтpит булғанда 1 аш ҡалағы укроп орлоғона бер стакан ҡайнар һыу һалып төнәтергә лә эсергә. Циститтан 4 аш ҡалағы укроп орлоғона 1 стакан ҡайнар һыу һалып төнәтергә  һәм   7 көн буйына эсергә. Бронхит, пневмония, эс ҡатҡандан, аллергиянан нисек эсергә икәнен сайтта уҡығыҙ.

Укроп орлоғо  менән нисек дауаланырға?
Укроп орлоғо менән нисек дауаланырға?

Бронхит, пневмониянан. Бер аш ҡалағы укроп орлоғон ваҡлап, 500 мл эҫе һыу һалырға. Көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан ярты сәғәт ҡалғас 100 мл эсергә.

Ҡолаҡ шаулағанда. 4-5 аш ҡалағы укропҡа  500 мл эҫе һыу һалып төнәтергә лә ашар алдынан 100 мл  эсергә. Дауаланыу курсы – 1-2 ай.  

Күрәғарашлыҡ. Бер балғалаҡ укроп орлоғон ашап, һыу эсеп ебәрергә. Ә йәшеле күҙ баҫымын төшөрөргә ярҙам итә.

Быуындар ауыртҡанда. Укроп орлоғо менән көнбағыш майын 1:1 ҡушып, 7 көн буйына һыҙлаған урынды ыуырға.

Аллергиянан. Укроп орлоғон көнө буйы сәй кеүек әсергә.

Эс ҡатҡанда. 1 аш ҡалағы укроп орлоғона 500 мл ҡайнар һыу һалып, төнәтергә. Көнөнә ике тапҡыр  ярты стакан эсергә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: